Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2019, 21:26

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы яңы рекорд ҡуйҙы. Башҡортостан – иң яҡшылар иҫәбендә.

ХХIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында быйыл 3 триллион һумлыҡ төрлө инвестицион килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Шул иҫәптән, Башҡортостан да иң яҡшылар араһында лайыҡлы урын алды. Башҡортостан делегацияһы 82 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөнө. Эшлекле осрашыуҙар киләсәктә яңы проекттар булып тормошҡа ашасаҡ.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың “Роспотребнадзор” башлығы Анна Попова менән осрашыуында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, санитар нормаларҙы күҙәтеү, балаларҙың йәйге ялын ойошторғанда именлекте тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Анна Попова Өфөлә 9-14 июлдә үтәсәк Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарына әҙерлек менән ҡыҙыҡһынды. “Был ярыштарға йөҙләп илдән кешеләр килә, төрлө ҡитғаларҙан килгән балаларҙы хеҙмәтләндереү иң юғары талаптарға яуап бирергә тейеш”, – тип билдәләне Анна Попова.
Читайте нас: