Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Петербургта XXIII Халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнаша. Бөгөн “Ростелеком” йәмғиәте, Татарстан делегацияһы вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр үтте. Бынан тыш, Башҡортостандың хәҙерге етәксеһе Форум сиктәрендә ҙур компаниялар менән осрашыуҙар ойоштора.
Радий Хәбиров матбуғат сараларына биргән интервьюһында: “Башҡортостанда бизнесты үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, беҙ был йүнәлештә әүҙем эшләйбеҙ. Австрия инвесторҙары менән һөйләшеүҙәр ыңғай һөҙөмтә бирергә тейеш. Беҙ әле бизнесты дәртләндереү шарттары буйынса эшләйбеҙ, власть менән инвестор араһында коммуникация саралары ҡыҫҡарҙы, хәҙер эре бизнес вәкилдәре туранан-тура миңә керә ала. Һәр кесе йома инвесторҙар менән осрашыуҙар үтә. Ишеткәнһегеҙҙер, беренсе июлдән ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының жшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары эш башлаясаҡ”, – тип әйтте.
Республика етәксеһен тикшереүсе федераль ойошмалар менән мөнәсәбәттәрҙе
ҡороу мәсьәләһе лә борсой. Ябырға, бөлрөрөргә бер ваҡытта ла һуң түгел. Бәлки,
предприятиеға хәлде төҙәтергә мөмкинлек биреп ҡарарға кәрәктер?