Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2019, 08:01

Рәсәй – Ҡытай. Мөнәсәбәттәр иң юғары кимәлдә. Ә Трамп көнләшеп күҙәтә.

Ҡытай халыҡ республикаһы рәйесе Си Цзиньпин өс көнлөк эш сәфәре менән Рәсәйгә килеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Көн элгәре биргән интервьюһында Си Цзиньпин Рәсәй Президенты Владимир Путинды “иң яҡын дуҫым” тип атаны.

Ә Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Беҙ бер нисә йыл элек сауҙа әйләнешен йөҙ миллиард долларға еткереү хаҡында ниәттәр ҡора инек. Хәҙер был һан 108 миллиард доллар тәшкил итә. Был һеҙҙең менән беҙҙең икебеҙҙең һәм командабыҙҙың эш һөҙөмтәһе. Айырыуса, һеҙҙең шәхси өлөшөгөҙ ифрат юғары”, – тип билдәләне матбуғат конференцияһында.
Ике яҡ мөнәсәбәттәр шул тиклем яҡын, донъя сәйәсәтендә бындай осраҡтар һирәк була. Башҡаса мөмкин түгел, сөнки АҠШ президенты – элекке бизнесмен Дональд Трамп сәйәсәттә лә үҙен сауҙагәр һымаҡ итеп тоя. Хәҙер АҠШ үҙ-ара мөнәсәбәттәрен боҙмаған ил ҡалманы шикелле. Ошо йәһәттән Трамптың Ҡытай – Рәсәй мөнәсәбәттәренең нығыныуына һағайып һәм көнләшеп ҡарауы билдәле.

#ВладимирПутин

Читайте нас: