Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2019, 12:12

Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум дауам итә. Рәсәй иҡтисады үҫеш юлында.

Петербургта XXIII Халыҡ-ара иҡтисади форум үҙенең эшен дауам итә. Бөгөн урындағы ваҡыт менән 14 сәғәттә пленар ултырыш асыласаҡ. Уның эшендә иҡтисади форумға саҡырылған донъяның иң ҙур компаниялары етәкселәре, Рәсәй төбәктәре башлыҡтары ҡатнашасаҡ.

Форумда сығыш яһаусылар араһында Рәсәй Президенты Владимир Путин, КХР рәйесе Си Цзиньпин, Болгария президенты Румин Радев, Әрмәнстан премьер-министры Никол Пашинян, Словакия хөкүмәте башлығы Петер Пеллегрени, БМО-ның генераль секретары Антониу Гутерриш һәм башҡалар бар.
Форумда ҡатнашыусы мәғлүмәт саралары вәкилдәре Рәсәй иҡтисады үҫеше менән ҡыҙыҡһынды. Рәсәй Президенты Владимир Путин нефткә хәҙерге хаҡтар – 60-65 доллар кимәлендә – беҙҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, тип белдерҙе. РФ Иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин инфляция тотороҡло түбәнәйә, икенсе ярты йыллыҡта 4 проценттан кәм буласаҡ, тип билдәләне.
Халыҡ-ара иҡтисади форум эшен дауам итә.

#ВладимирПутин
Читайте нас: