Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2019, 08:10

Петербургҡа иҡтисади форумға йыйылалар. Санкциялар үтә лә китә, киләсәкте хәстәрләргә кәрәк.

Донъя эшҡыуарҙары егерме өсөнсө тапҡыр Петербургҡа халыҡ-ара иҡтисади форумға йыйыла. Форум эшендә ер шарында иң юғары иҡтисадтарҙың береһенә эйә булған Ҡытай лидеры Си Цзиньпин ҡатнашыуы тос абруй өҫтәй.

Рәсәй Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) алдан уҡ донъяның иң ҙур компанияларының етәкселәре менән осрашырға теләүе хаҡында белдергән. Был хаҡта форум эшләгән ваҡытта билдәле буласаҡ.
Быйыл форум эшендә күпселек илдәрҙән һәм Рәсәйҙән 17 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы, үҙ-ара һөйләшеүҙәр алып барыуы, төрлө компанияларҙың килешеүҙәр төҙөүе көтөлә.
Форум эшендә шулай уҡ Башҡортостандың хәҙерге етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендә делегация ҡатнаша һәм һөйләшеүҙәр алып барыла.
Читайте нас: