Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2019, 18:13

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. Милли проекттар. Улар беҙгә нимә бирәсәк?

Республика етәксеһе Радий Хәбиров XXIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Рәсәй-24” телеканалына интервью бирҙе. 2019 йылда Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡырҡтан ашыу социаль йүнәлештәге объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Радий Хәбиров: “Милли проекттар кешеләрҙең йәшәү рәүешен яҡшыртасаҡ. Беҙ оҙағыраҡ һәм һау-сәләмәт йәшәйәсәкбеҙ, үлем осраҡтары кәмейәсәк, тыуым – артасаҡ. Кешенең тормошо ҡалалағы һымаҡ уңайлы буласаҡ, был иҡтисадтың үҫешенә ярҙам итәсәк. Быйыл милли проекттар иҫәбенә 22 мәктәп, 19 балалар баҡсаһы, 2 балалар поликлиникаһы һәм ФАП-тар һәм физкультура-һауыҡтырыу комплекстары ишектәрен асасаҡ”, – тине.

Республика етәксеһе билдәләгәнсә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ла кешеләр өсөн ифрат файҙалы. Сирҙәрҙе иҫкәртеү һөҙөмтәһендә ауырыуҙар һаны кәмейәсәк, икенсе яҡтан, кешеләр оҙаҡ һәм сифатлы йәшәйәсәк. Ауылда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Финанс сығымдары һәм ярҙам һөҙөмтәһендә Башҡортостандағы ике меңләп ФАП яңырыу кисерә. Бынан тыш Радий Хәбировтың тәҡдиме менән кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн матди һәм әхлаҡи дәртләндереү саралары күрелә.

#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: