Ағиҙел
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2019, 10:33

Милли проект – бурыстар һәм эштәр. “Мәғариф” милли проекты – һәләтле балалар өсөн. Республика 300 миллион һум аҡса алды.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров апрель урталарында летчик-космонавт Сергей Ревин менән Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн үҙәк асыу тураһында һөйләшеп, килешкәйне.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров апрель урталарында летчик-космонавт Сергей Ревин менән Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн үҙәк асыу тураһында һөйләшеп, килешкәйне.

Ошондай “Сириус” үҙәге Сочи ҡалаһында эшләй һәм һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Күптән түгел БР Мәғариф министрлығы “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 300 миллион һумлыҡ грант алды. Һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәге хәҙерге Республика инженерҙар лицейында ойоштороласаҡ. Әлегә грант иҫәбенә балалар өсөн матди-техник база нығытыла, өр-яңы ҡорамалдар һатып алына.


#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в