Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2019, 10:52

Өфөлә вагондар ремонтлау заводы төҙөләсәк. Башҡортостан делегацияһы Иҡтисади форумда иң әүҙемдәрҙең береһе.

XXIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров RAILGO компанияһы идараһы рәйесе Рахман Халилов менән инвестицион ниәттәр хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Компания күптән түгел үҙененең етештереү ҡеүәттәрен Башҡортостанға күсереү хаҡында тәҡдим менән сығыш яһағайны. Рәсәйҙең иң ҡеүәтле транспорт ташыу компанияларының береһе Башҡортостанда вагондар ремонтлау заводы һәм цистерналар эшкәртеү предприятиеһы төҙөргә теләй.

Инвестициялар күләме 24 миллиард һум тәшкил итәсәк, 250 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, ай һайын 200-ләп йөк вагоны ремонтланасаҡ.
RAILGO-ның Башҡортостанда төпләнергә теләүе осраҡлы түгел, компанияны инвестицияларҙы йәлеп итеү шарттары ылыҡтыра, етмәһә, бында нефть эшкәртеү зоводтары күп тупланған, логистика өсөн уңайлы.
Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Радий Хәбиров “Һаҡлыҡ банкы” идараһы президенты Герман Греф, “Рәсәй почтаһы”, “Ростелеком” һәм башҡа ҙур компаниялар вәкилдәре менән осрашты һәм эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе.
Тәүге көн һөҙөмтәләре түбәндәгесә: Башҡортостан вәкилдәре 14 килешеү төҙөнө, шуларҙың етәүһе 70 миллиард һум инвестициялар йәлеп итәсәк.
Иҡтисади форум эшен дауам итә.
Читайте нас: