Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь 2019, 08:09

Һуғышты оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Мәскәүҙә яугир батырҙарға һәйкәл ҡуйылды.

Ошо көндәрҙә РФ Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) Рәсәйҙең толерантлыҡ үҙәгендә концлагерҙарҙа ҡаршылыҡ күрһәтеүселәргә һәм гетто ҡорбандары иҫтәлегенә һәйкәл асыуҙа ҡатнашты. Һәйкәл аҡ һәм ҡара гранит һындарҙан тора, нигеҙендә – биш шәм.

– Һәйкәлдәр ҡуйыу – бер эш, – тине Владимир Путин, – ләкин ҡорбандар хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланырға тейеш. Һуғыш ҡорбандарын оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.
Үкенесә ҡаршы, мәғрифәтле Европала бының киреһе күҙәтелә. Евросоюзға инергә дәғүә итеүсе Украинала фашистик көстәр баш ҡалҡыта, уларға хөрмәт күрһәтелә, яңы ғына Харьков ҡалаһында Еңеү маршалы Георгий Жуковтың бюсын емереп ташланылар. Ошондай шарттарҙа Мәскәүҙә һәйкәл асылыуы ҙур әһәмиәткә эйә.
Читайте нас: