Ил етәкселеген халыҡтың йәшәү кимәленең түбән булыуы, тыуымдың кәмеүе, һаулыҡ һаҡлауҙа, экологияла, мәғрифәттә, мәҙәниәттә һуңғы үҙгәртеп ҡороу йылдары эсендә тупланған етешһеҙлектәр борсой. Ошо маҡсаттан сығып, Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән халыҡ тормошон яҡшыртыуға йүнәлеш алынды. “Милли проекттар” тип аталған ғәйәт ҙур программа тормошҡа ашырыу өсөн алдағы алты йылда федераль ҡаҙнанан 28 триллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.
Башҡортостан үҙ халҡының тормошон яҡшыртыу, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн яҡындағы йылдарҙа 175,1 миллиард һум аҡса тотонасаҡ. Был аҡса ағымдағы йылға төбәк ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсанан тыш тотоноласаҡ.
“Демография” милли проектын хәл итеү өсөн 34,4 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ошо сығымдарҙы тотоноу күп балалы ғаиләләрҙе ҡурсалау, мохтаж ғаиләләргә ярҙам итеү, балалар баҡсалары төҙөү иҫәбенә байтаҡ проблемаларҙы хәл итеүгә мөмкинлек бирәсәк. Әле Өфө ҡалаһында йәш ярымдан өс йәшкә тиклем 5400 самаһы бала сират көтә. Яҡын йылдарҙа булған балалар баҡсаларын төҙөкләндереү, яңыларын төҙөү ярҙамында проблема тулыһынса хәл ителергә тейеш, тип көтөлә.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин.