Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь 2019, 08:20

Милли проект - бурыстар һәм эштәр. Иң таҙалар араһында Башҡортостанды эҙләмәгеҙ. Экология мәсьәләһе етди талаптар ҡуя.

Күптән түгел Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингы иғлан ителде. Иң яҡшылар иҫәбендә Мурманск, Курск, Тамбов, Магадан өлкәләре, Алтай республикаһы һәм Алтай крайы. Иң насарҙар иҫәбендә – Ырымбур, Свердлов, Силәбе өлкәләре.

Күптән түгел Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингы иғлан ителде. Иң яҡшылар иҫәбендә Мурманск, Курск, Тамбов, Магадан өлкәләре, Алтай республикаһы һәм Алтай крайы. Иң насарҙар иҫәбендә – Ырымбур, Свердлов, Силәбе өлкәләре.
Башҡортостан 82 төбәк араһында 60-сы урында. Быға ғәжәпләнергә түгел, республика береһенән-береһе ҙурыраҡ төрлө сәнәғәт предприятиелары тупланған ҡеүәтле төбәктәрҙең береһе. Ләкин предприятеларҙың байтағы хәҙерге экологик талаптарға яуап бирмәй, етештереү шарттары иҫкергән.
Республикала “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 45 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Яҡын йылдарҙа республикалағы барлыҡ рөхсәтһеҙ асылған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары эшкәртелергә һәм ябылырға тейеш. Тормошта көнкүреш ҡалдыҡтары көндә-көн күберәк туплана, уларҙы эшкәртеү кимәле бик түбән.
“Экология” милли проекты халыҡ эскән һыуҙың сифатын яҡшыртыуға ла йүнәлтелгән. Ошо маҡсатта 4,2 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Ә 2 миллиард һум республикала ағастар ултыртыу программаһын үтәү сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.
Әгәр милли проект тормошҡа ашһа, үҙебеҙ тырышлыҡ күрһәтһәк, республикала тирә-яҡ мөхит һиҙелерлек яҡшырасаҡ.


#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: