Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь 2019, 08:05

Һаулыҡ һаҡлау иғтибар талап итә. Бының өсөн ҙур сығымдар кәрәк буласаҡ.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) тормошҡа ашырыу өсөнфедераль ҡаҙнанан республика мәнфәғәттәрендә 16,4 миллиард һум аҡса бүлеүҡаралған. Бөгөн дауаханаларҙа 1150 табип, меңгә яҡын урта медицина персоналыетешмәй.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан республика мәнфәғәттәрендә 16,4 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Бөгөн дауаханаларҙа 1150 табип, меңгә яҡын урта медицина персоналы етешмәй.
Бүленгән аҡса һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыу, эш хаҡын арттырыу, дауахананың матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтеләсәк. Яҡын йылдарҙа республикала ун һигеҙ балалар поликлиникаһына һәм бүлегенә ремонт буласаҡ, Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында яңы поликлиникалар сафҡа инәсәк.
Ыңғай үҙгәрештәрҙе ауыл хеҙмәткәрҙәре үҙ күҙҙәре менән күрәсәк. 22 фельдшер-акушер пункты төҙөүгә һәм ремонтлауға, 27 күсмә медицина комплексы һатып алыуға 625 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
Читайте нас: