РФ Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) Рәсәй мосолмандарын изге байрам – Ураҙа ғәйете менән ҡотланы. “Мосолман ойошмалары диндәр һәм милләттәр араһында бәйләнеште нығытыуға, халыҡтарҙы берләштереүгә, миһырбанлылыҡ, мәғрифәт сараларын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә”, – тип әйтелә дәүләт етәксеһенең ҡотлауында.
Владимир Путин кисә Рәсәй мөфтөйҙәре советы рәйесе Рауил Ғәйнетдинде
ҡабул итте һәм йылы әңгәмә үткәрҙе. Һөйләшеүҙә дин-ара мөнәсәбәттәрҙе ҡороу,
мосолмандарҙың Рәсәйҙәге хәҙерге тормошо хаҡында фекер алышыу ике яҡ өсөн дә