Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июнь 2019, 10:52

Милли проект баҡсаларҙы төҙөкләндерәсәк. Йәшәгән төйәгебеҙҙең матурлығы үҙебеҙҙең ҡулда.

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) тормошҡа ашырыу Рәсәй ҡалаларында 30 меңдән ашыу баҡса, сквер, ял парктарын төҙөкләндерергә һәм яңыртырға мөмкинлек бирәсәк. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында, быйыл Башҡортостандағы 63 районда һәм ҡалала 142 баҡса, ял паркы төҙөкләндереләсәк. Бының өсөн урындағы ҡаҙнанан 1,4 миллиард һум аҡса бүленгән.

Аҡсаның бүленеүе, сквер һәм парктарҙың матурланыуы – ифрат һәйбәт күренеш. Ләкин, үкенескә ҡаршы, күпме көс һалып төҙөкләндерелгән ял урындарының артабанғы яҙмышы борсомай ҡалмай. Сөнки икенсе көнөнә үк емерелгән ултырғыстар, туҙҙырылған клумбалар, ватылған яҡтыртҡыстар ҡаршы ала. Һәр скверға тәртип һаҡсыһы беркетеп булмай. Үҫеп килеүсе быуын араһында тәрбиә эштәрен яҡшыртырға кәрәк.
Читайте нас: