Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2019, 18:05

“Китап” нәшриәте – Мәскәүҙә. Төп нәшриәтебеҙ бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй.

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға быйыл 100 йыл тулды. Шул уҡ йылда Башҡортостандың беренсе нәшриәте барлыҡҡа килгән. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең Василий Блаженный сиркәүенән алып Тарих музейына тиклем майҙанда “Ҡыҙыл майҙан” китап фестивале эшләне, павильондарҙа Рәсәй төбәктәре нәшриәттәре урын алды. Сарала Башҡортостан “Китап” нәшриәте делегацияһы ла ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға быйыл 100 йыл тулды. Шул уҡ йылда Башҡортостандың беренсе нәшриәте барлыҡҡа килгән.
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең Василий Блаженный сиркәүенән алып Тарих музейына тиклем майҙанда “Ҡыҙыл майҙан” китап фестивале эшләне, павильондарҙа Рәсәй төбәктәре нәшриәттәре урын алды. Сарала Башҡортостан “Китап” нәшриәте делегацияһы ла ҡатнашты.
Нәшриәт директоры Илһам Миңлеғәле улы Йәндәүләтов ҡунаҡтарҙы нәшриәттең яңы проекттары менән таныштырҙы. Республиканың төп нәшриәте күргәҙмәһендә шулай уҡ РФ Дәүләт думаһы депутаты Инга Йомашева, халҡыбыҙ яҙыусыһы, нәшриәткә исеме бирелгән Зәйнәб Биишеваның улы Тельман Әминев һәм башҡалар ҡатнашты.
Читайте нас: