Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2019, 10:33

“Ирекмәндәр үҙәге” берләшмәһенә биш йыл. Владимир Путин ирекмәндәр эшмәкәрлеген хуплай.

РФ Президенты Владимир Путин Рәсәй ирекмәндәре берләшмәһен, эшләй башлауҙарына биш йыл тулыу айҡанлы, ҡотланы. “2014 йылда Сочиҙағы ҡышҡы Олимпиада уйындарына тиклем барлыҡҡа килгән ойошма үҙен ҙур эштәргә лайыҡ итеп күрһәтте. Спорт уйындарын үткәреүҙә, спортсыларға һәм туристарға ярҙам итеүҙә ҙур эш башҡарҙы”, – тип билдәләнә Владимир Путиндың (#ВладимирПутин) ҡотлауында.

Ирекмәндәр хәрәкәте Рәсәйҙә киң ҡолас алды, төрлө спорт, мәҙәни сараларҙа улар ҙур ярҙам күрһәтә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә лә, эҙләү эштәрен ойошторғанда ла әүҙем ҡатнаша. Ирекмәндәр хәҙер һәр ҡалала, ҙур юғары уҡыу йорттарында бар. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортостанда Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарында ирекмәндәр үҙ эшмәкәрлеген йәйелдерәсәк.
Читайте нас: