Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2019, 10:20

Ауылдарға ла сират етте. “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙам итәсәк.

“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан), ҡала һәм район үҙәктәрендәге балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәренең филиалдары 25 ауылда асыласаҡ. Уларҙың биналары ремонтланасаҡ, кадрҙар менән тәьмин ителәсәк, өр-яңы музыка ҡоралдары һатып алынасаҡ.

Филиалдар урындағы клуб учреждениелары менән берлектә эшләйәсәк. БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо хаҡта Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙа ойошторолған “Башҡортостанда балаларҙың һәләтен үҫтереүгә дәүләт ярҙамы” тигән түңәрәк өҫтәлдә белдерҙе.
Ғөмүмән, халыҡтың мәҙәниәткә ынтылышы әле лә юғары, күптәр эштән һуң
урындағы клубтарҙа ял итергә теләй. Яңы филиалдар асыу ыңғай һөҙөмтәләр бирер,
тип көтөлә.
Читайте нас: