Был хаҡта яҙыу ифрат ауыр. Ошо аҙна башында Октябрь проспекты һәм Бессонов урамы сатында Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Динислам Дауытов, иномарка аҫтында ҡалып, һәләк булды.
Динислам велосипедында ҡыуанып, мәктәпкә китеп барған булған. Уларҙы лимонарийға күңелле экскурсия көткән.
Сабыйҙың светофорҙың йәшел утына талпынып барыуын һәм ауыр автомобиль аҫтында ҡалыуын күрһәткән видеокадрҙарҙы тетрәнмәйенсә ҡарау мөмкин түгел. Хәҙер, юл ҡағиҙәләрен һаҡлап, йәшел утҡа сығыу ҙа ғүмерҙе һаҡламай икән.
Балаларҙың ғүмере өсөн өлкәндәр яуаплы. Иртәгә Халыҡ-ара балаларҙы һаҡлау көнө. Балаларығыҙҙың ғүмерен көн һайын һаҡлағыҙ!
Сабыйҙың яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә түҙемлек бирһен.