Кисә Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) күп балалы ғаиләләрҙе “Ата-әсәлек даны” ордены менән наградланы. Наградланыусылар араһында ете бала үҫтергән Лариса һәм Алексей Сайрановтарҙың ғаиләһе лә бар. Уларҙы татыу ғаиләһендә ике малай, биш ҡыҙ үҫә.
Сайрановтарҙың һәләтле балалары яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә, хатта еңеүҙәре өсөн миҙалдар менән бүләкләнгәндәр. Атай кеше – ябай водитель, ә әсәләре йыйыштырыу менән аҡса эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, ғаилә, хәҙерге шарттарға яраҡлашып, етеш йәшәй.
Сайрановтарға “Ата-әсәлек даны” орденына ҡушып, 100 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам да күрһәтелгән. Күп балалы ғаиләгә был аҡса һис тә артыҡ түгел.
Рәсәй Президенты Владимир Путин күп балалы ғаиләләрҙе ҡотлап, йылы һүҙҙәр әйтте.
Әйткәндәй, күп балалы ғаиләләрҙе Башҡортостанда ла онотмайҙар. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең әсәләре “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә һәм уларға матди ярҙам күрһәтелә.