РФ Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Кобылкин менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Осрашыуҙа министр Президентты “Экология” милли проектын (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) тормошҡа ашырыу барышы менән таныштырҙы. Владимир Путин билдәләүенсә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бөгөн киҫкен проблемаларҙың береһенә әйләнде. Шуның өсөн дәүләт экологияны һаҡлауға ҙур сығымдар бүлә.
“Экология” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн ун бер йүнәлештә эҙә-эҙлекле эшләргә кәрәк. Министр Президентты ошо йүнәлештәр буйынса эш үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Коммунал ҡалдыҡтарҙың күбәйеүе сәбәпле уларҙы эшкәртеү мәсьәләһе яҡын йылдарҙа хәл ителергә тейеш.
Владимир Путин “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа министрлыҡтың эшмәкәрлеген хупланы.