Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай быйыл 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау тураһында ҡарар ҡабул итте. Һайлау хаҡында билдәле булыу менән, төрлө кандидаттар үҙ ҡараштарын белдерә лә башланы.
Республиканың ғәмәлдәге етәксеһе Радий Хәбировтың һайлауға барыуын берәү ҙә шик аҫтына ҡуймай. Башлыҡ вазифаһын башҡарыусы тулы булмаған һигеҙ ай эсендә бығаса торғонлоҡҡа дусар ителгән төбәкте уятып ебәргәндәй булды, эшкә ең һыҙғанып тотондо, йәшлек дәрте менән байтаҡ ҡына башланғыстарға нигеҙ һалды, ябай ғына итеп әйткәндә, республикала тәртип һәм етәксе барлығы тойола башланы. Халыҡ фекерен өйрәнеү буйынса һорау алыуҙар ҙа Радий Хәбиров файҙаһына, яуап биреүселәрҙең 70 проценты самаһы уның эшмәкәрлеген хуплай.
Әлбиттә, башҡа дәғүәселәр ҙә әҙерләнә, коммунистар партияһы, ЛДПР, “Үҫеш фирҡәһе” үҙ кандидаттарын тәҡдим итергә йыйына. Хәйерлегә булһын, һис булмағанса, ҡатын-ҡыҙ әүҙемләшмәксе. Әлегә сағыу һәм дәртле өс гүзәл зат хаҡында билдәле. Тимәк, һайлауҙар бик ҡыҙыу һәм ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) төбәктәрҙәге һайлауҙарға һис ҡасан да битараф ҡалғаны булманы. Быйыл йәй уртаһында уның Өфөгә эш сәфәре көтөлә. Радий Хәбиров Рәсәй Президентының фатихаһын былтыр октябрҙең ун берендә үк алғайны, быйыл ил башлығына күрһәтерлек эштәр ҙә бар.