Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2019, 10:26

Рәсәй Президентына һорауығыҙ бармы? Оҙаҡламай Президент менән халыҡ араһында тура бәйләнеш буласаҡ.

Былтыр 7 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) менән “Тура бәйләнеш” булғайны. Рәсәйҙәр үҙҙәрен борсоған күп кенә һорауҙарға яуаптар ишетте.

Былтыр 7 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) менән “Тура бәйләнеш” булғайны. Рәсәйҙәр үҙҙәрен борсоған күп кенә һорауҙарға яуаптар ишетте.
Ошондай уҡ аралашыу быйыл да буласаҡ. Президенттың матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков билдәләүенсә, әлегә сараның көнө билдәләнгән, оҙаҡламай, иғлан ителәсәк.
Кремль “Тура бәйләнеш”тәрҙе ойоштороуға бик етди ҡарай, сөнки ошондай
аралашыу халыҡтың тын алышын тойомларға, эске сәйәсәтте артабан билдәләргә
ярҙам итә. Бәйләнеш бер ваҡытта ла эҙһеҙ үтмәй, ил башлығы йыш ҡына үҙенә килеп
етмәгән хәҡиҡәтте ишетә һәм етешһеҙлектәр буйынса етди күрһәтмәләр бирә.
Читайте нас: