Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2019, 10:23

Рәсәй Президенты В.В. Путин Ҡаҙағстанға эш сәфәре менән барҙы. Иҡтисади бәйләнештәрҙе яңы кимәлгә күтәрергә.

Быйыл Евразия иҡтисади советы ойошторолоуҙың биш йыллығы билдәләнде. Ошо уңайҙан Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтанда Евразия иҡтисади советының юғары ултырышы үткәрелде. Совет ултырышында РФ Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Ултырышта шулай уҡ Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан етәкселәре ҡатнашты һәм үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Молдова һәм Тажикстан президенттары Советҡа күҙәтеүсе сифатында саҡырылғайны.

Евразия иҡтисади советының почетлы рәйесе итеп Нурсолтан Назарбаев һайланды. Ултырышта ҡатнашыусылар үткән биш йыллыҡҡа йомғаҡ яһаны, иҡтисад, сәнәғәт, сауҙа, финанс, социаль өлкәләрҙә бәйләнештәрҙе нығытыу юлдарын эҙләне, киләсәккә бурыстар билдәләне.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Белоруссия президенты менән эш осрашыуы үткәрҙе һәм үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләһен ҡараны.
Читайте нас: