Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2019, 10:30

Рәсәй Президенты июлдә Башҡортостанға киләсәк. Президентты беҙҙә мөһим саралар көтә.

Төрлө мәғлүмәт сараларынан килгән хәбәрҙәргә ҡарағанда, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың (#ВладимирПутин) июлдә Өфөгә килергә йыйыныуы хаҡындағы хәбәр раҫлана. Владимир Путин Өфөлә “Халыҡ-ара йәйге балалар уйындары”н асыуҙа ҡатнашасаҡ. Был ярыштарҙа етмешләп илдән килгән иң көслө спортсылар көс һынашасаҡ. Ярыштарҙы әҙерләү һәм үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ.

Бынан тыш, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури райондары территорияһында “Торатау” геопаркы төҙөлөргә тейеш. Геопарк проектының концепцияһы ил башлығын ҡыҙыҡһындырыуы бик ихтимал.
Читайте нас: