Ултырышты республика етәксеһе Радий Хәбиров алып барҙы. Донъяла терроризмдың һәм енәйәтселектең үҫеүе менән бәйле именлекте тәьмин итеү мәсьәләһе көнүҙәккә әйләнде. Башҡортостанда халыҡ күпләп йыйыла торған 374 урын теркәлгән. Хәҙерге ҡануниәткә ярашлы, ошо урындарҙың һәр береһе именлек паспорты менән тәьмин ителергә тейеш.
Халыҡ күпләп йыйыла торған урындар иҫәбендә парктар, скверҙар, мәсет һәм сиркәүҙәр, ял итеү учреждениелары, административ объекттар бар. Айырым райондарҙа бындай урындар әле булһа паспортын рәсмиләштермәгән.