Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2019, 18:55

Иң мөһиме – үҫеш өсөн аҡса бар. Милли проекттар беҙҙең өсөн нимә бирәсәк?

Рәсәй Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) билдәләгәнсә, ыңғай һөҙөмтәләрҙе кешеләр ҡағыҙҙа һәм шыма отчёттарҙа түгел, ысынбарлыҡта күрергә тейеш. Ошо маҡсатта дәүләт яҡындағы алты йылда 28 триллион һум аҡса бүләсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) билдәләгәнсә, ыңғай һөҙөмтәләрҙе кешеләр ҡағыҙҙа һәм шыма отчёттарҙа түгел, ысынбарлыҡта күрергә тейеш. Ошо маҡсатта дәүләт яҡындағы алты йылда 28 триллион һум аҡса бүләсәк.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, маҡтауға һаран Халыҡ-ара валюта фонды эксперттары Рәсәй өсөн милли проекттарҙы (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) тормошҡа ашырыу социаль-иҡтисади үҫешкә һиҙелерлек ярҙам итәсәк, тип раҫлай. Быға ғәжәпләнергә ярамай, проекттарҙы тормошҡа ашырғанда төҙөлөш, төҙөлөш материалдары етештереү, юлдарҙы һәм инфраструктураны камиллаштырыу, әлбиттә, яңы эш урындары булдырыу үҫешкә булышлыҡ итәсәк.
Хәҙер милли проекттарҙың Башҡортостан өсөн нимә биреүен барлайыҡ. Мәғлүм булыуынса, проекттар үҙ эсенә ун ике йүнәлеште ала: демография, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, автомобиль юлдары, хеҙмәт баҙары, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, кесе эшҡыуарлыҡ, халыҡ-ара кооперация, экспорт һәм башҡаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн республикаға 175,1 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Беҙ артырға тейеш.
Һуңғы утыҙ йылдағы реформалар, уңышлы-уңышһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙар Рәсәйҙә ғаилә институтының ҡаҡшауына, халыҡтың кәмеүенә килтерҙе. Беҙҙең дәүләт биләгән һымаҡ ҙур майҙанда кешеләр күберәк йәшәргә тейеш. Үкенескә ҡаршы, был проблемалар Башҡортостанды ла урап үтмәне. Шуға күрә өлкәндәр өсөн тормош сифатын яҡшыртыу, тыуымды дәртләндереү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау өсөн республика ҡаҙнаһына өҫтәмә рәүештә 34,4 миллиард һум аҡса бүленәсәк.
Ошо аҡса иҫәбенә мохтаж ғаиләләргә беренсе бала өсөн ай һайын 10 мең һум аҡса түләү ҡаралған. Бындай ғаиләләр алты мең самаһы булыр, тип көтөлә. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләр йыллыҡ ставкаһы 6 процент булған льготалы ипотека аласаҡ, ике меңдән ашыу ЭКО процедураһын дәүләт үҙ иҫәбенә үткәрәсәк. 2019 йылда Өфөлә 19 балалар баҡсаһы төҙөләсәк һәм үҙгәртеп ҡороласаҡ, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Белорет, Ейәнсура, Салауат, Краснокама, Саҡмағош, Өфө райондарында һәм Бәләбәй, Күмертау ҡалаларында балалар баҡсалары сафҡа индереләсәк.
Балалар баҡсаһы мәсьәләһе республика өсөн киҫкен тора. Бөгөн йәш ярымдан өс йәшкә тиклем 5400 бала сират көтә.

Һаулыҡ һаҡлау тармағын яҡшыртырға!
Үкенескә ҡаршы, һаулыҡ һаҡлауҙа ла етешһеҙлектәр байтаҡ. Былтыр, мәҫәлән, республика балалар үлеме артыу сәбәпле, имен булмаған төбәктәр исемлегендә урын алды. Яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалауҙа ялыуҙар күбәйҙе.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға бүленгән 16,4 миллиард һум тармаҡтағы проблемаларҙы хәл итеүгә бүленгән. Ул үҙ эсенә медицина ярҙамын яҡшыртыу, ауылдарҙа ФАП-тарҙы яңынан асыу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, яман шеш сирҙәрен дауалау, балалар поликлиникаларын һәм дауаханаларын заманса үҙгәртеп ҡороуҙы ала.Быйыл, мәҫәлән, республикала 18 балалар поликлиникаһында һәм балалар бүлегендә капиталь ремонт үтәсәк, Дүртөйлө һәм Туймазы ҡалаларында ике яңы балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 625 миллион һум аҡса 22 ФАП төҙөүгә һәм ремонтлауға бүленгән, бынан тыш, 27 күсмә медицина комплексы һатып алынасаҡ.
Йыл башынан иҫәпләгәндә республика дауаханаларында 1150 табип, 973 урта мед. персонал етешмәй. Шуның өсөн кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә яҡын арала 216 миллион аҡса тотоноласаҡ. Күрелгән саралар тәүге һөҙөмтәләрен бирә башланы, 2019 йылдың беренсе кварталында табиптар 185 кешегә, урта мед. персонал 216 кешегә артты. Быйыл йәш белгестәр күпләп республика дауаханаларына ҡабул ителәсәк. Урындағы властар йәш кадрҙарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, балалар баҡсалары менән тәьмин итеү һымаҡ мәсьәләләрҙе үҙ өҫтөнә ала.
Дауаханалар заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе көтә. Ошо маҡсатта ҡатмарлы ҡорамалдар һатып алыу күҙаллана. Өфө ҡалаһында яман шеш диспансерының хирургия корпусы, республика клиник дауаханаһында яңы поликлиника файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Күмертау, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Салауат ҡалаларында, Белорет, Бөрө, Дыуан райондарында яман шеш менән сирләүселәргә амбулатор ярҙам үҙәктәре төҙөү ҡаралған.

Мәғарифты үҫтереү – киләсәкте хәстәрләү
Башҡортостанда мәғариф тармағы заманса үҙгәртеп ҡороуҙарға мохтажлыҡ кисерә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән барлыҡ мәктәптәрҙе 5 көнлөк уҡыу аҙнаһына күсереүгә бәйле мәғариф учреждениелары матди-техник базаны нығытыуға, төрлө интерактив йыһаздар һатып алыуға, IT технологияларҙы индереүгә мохтажлыҡ кисерә. Мәғарифты үҫтереү өсөн 17,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ике йыл эсендә 21 яңы мәктәп төҙөләсәк. Республика мәктәптәре тулыһынса бер сменалы уҡытыуға күсәсәк. Өфө районының “Милов паркы” торлаҡ комплексында төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә 4 ҡатлы 1225 урынлыҡ мәктәп ишектәрен асасаҡ. Инорс микрорайонында 1650 урынлыҡ, Булгаков ауылында 825 урынлыҡ, Жуков ауылында 375 урынлыҡ, Чесноковкала 640 урынлыҡ, Иглиндә 650 урынлыҡ мәктәптәр республика маҡсатлы инвестицион программаһы иҫәбенә төҙөләсәк. Ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан ике йөҙләп мәктәп үҙенең матди-техник базаһын яңыртасаҡ, өҫтәлмә белем биреү өсөн һанлы мәғариф программаһы менән тәьмин ителәсәк.
Мәктәптәр киләсәккә ҡарап йәшәй. 2019 йылда республика ҡалаларында балалар өсөн өс технопарк асыласаҡ һәм робототехника, пилотһыҙ осоу аппараттары төҙөү өсөн һәләтлеләрҙе үҙенә йыясаҡ.

Мәҙәниәт ярҙамға мохтаж

Элек-электән мәҙәниәт тармағы ҡалдыҡ принцибы буйынса аҡса менән тәьмин ителде һәм ысын мәғәнәһендә йәшәү өсөн көрәшеүгә дусар ителде. Был тармаҡты үҫтереү өсөн милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында 6,3 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Әгәр отошло файҙаланғанда, был аҡсаға байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә мөмкин.
Проектты тормошҡа ашырыусылар төпкөл ауылдарҙа мәҙәниәт учреждениеларын аяҡҡа баҫтырыуҙы башламаҡсы. 2,1 миллиард һум аҡса 2024 йылға тиклем республика ауылдарында 26 мәҙәни ял учреждениеһы төҙөүгә, береһен ремонтлауға бүленгән. Бынан тыш ун күсмә күп маҡсатлы мәҙәниәт үҙәктәре (автоклубтар) һатып алынасаҡ, интернетҡа тоташтырылған модулле китапханаларға ихтыяж бар. Бынан тыш һәүәҫкәрҙәрҙе дәртләндереү маҡсатында мәҙәни саралар өсөн грант ярҙамы күрһәтеү артасаҡ.

Торлаҡ төҙөлөшөнә – яңы һулыш

Әле республикала йыл һайын 2 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Етәкселек тарафынан был күрһәткесте 3,7 миллион квадрат метрға еткереү бурысы ҡуйылған. Республика социаль торлаҡҡа мохтажлыҡ кисерә, бының өсөн бер йылда 135 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш.
Республика торлаҡ-һаҡлыҡ программаһы сиктәрендә торлаҡлы булырға теләүселәргә ярҙам итеү маҡсатында ҡатнашыусыларҙы хәҙерге 4500-ҙән 9000-гә тиклем еткерергә теләй. Хөкүмәт “Уралсиб” банкы менән төҙөгән килешеүгә ярашлы, ипотека ставкаһы 5,5 процентҡа тиклем кәмегән.
Ҡалаларыбыҙ матурланасаҡ. 2019 йылда ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә 142 майҙан, парктар, скверҙар, ял урындары төҙөкләндереләсәк. Ошо маҡсатта “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 6,4 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ.

Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар

Рәсәйҙе борон-борондан ике бәлә йонсотто. Әгәр дәүләт тарафынан бүленгән 33,4 миллиард һум аҡсаны имен һәм сифатлы юлдар төҙөүгә тотонһаҡ, бер бәләнән ҡотоласаҡбыҙ. Быға тиклем республика юлдар төҙөлөшөнә бер ваҡытта ла ошо күләмдәге аҡсаны тотонғаны юҡ ине. Бүленгән аҡсаның 9,4 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 24 миллиард һумы урындағы ҡаҙнанан бүленәсәк.
Өфө халҡы Аэропорт юлындағы күперҙең төҙөлөп бөтөүен көтә. Бының өсөн 3,5 миллиард һум аҡса бүленгән, күпер 2021 йылда сафҡа инәсәк. 2,5 миллиард һумды яңы күпер төҙөлөшөнә Федераль юл агентлығы бүлде.
Өфө-Ырымбур юлын киңәйтеү һәм ремонтлау, Стәрлетамаҡ эргәһендә дүрт һыҙатлы юл төҙөү эше башланды ла инде. Бынан тыш быйыл авариялар күпләп теркәлгән 17 урында 430 стационар камера ҡуйыу юлдарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш.
Башҡарылған эштәр, 2017 йыл менән сағыштырғанда, юл-транспорт фажиғәләрендә үлем осраҡтарын өс тапҡыр кәметер, тип көтөлә.

Тәбиғәтте бергә һаҡлайыҡ

Башҡортостан – төрлө сәнәғәт предприятелары тупланған иң ҡеүәтле төбәктәрҙең береһе. Үкенескә ҡаршы, күпселек предприятиеларҙың ҡорамалдары һәм йыһаздары иҫкерҙе, экология талаптарына яуап бирмәй, тәбиғәтте һаҡлау саралары инҡар ителә. Ошондай шарттарҙа “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 45,1 миллиард һум аҡса бүлеү ихлас хуплауға лайыҡ.
Был аҡса ниндәй маҡсатта тотоноласаҡ һуң? 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә барлыҡ рөхсәт ителмәгән ҡалдыҡтар полигондары юҡ ителергә һәм заманса комплекстар төҙөлөргә тейеш. Башҡортостанда 2019 йылда 16 ҡалдыҡтар туплау урыны таҙартыласаҡ. Шул иҫәптән, Өфөлә 11, Нефтекамала 5 полигон. Яҡын арала Стәрлетамаҡ районындағы Михайловка сәнәғәт ҡалдыҡтары полигоны, Баймаҡта Семеновка алтын сығарыу фабрикаһы, элекке “Өфөхимпром”да ҡалдыҡтар туплау майҙаны эшкәртеләсәк.
Республикала көнкүреш ҡалдыҡтары йылдан-йыл күберәк туплана, уларҙы эшкәртеү кимәле бик түбән. Әле Дыуан, Дүртөйлө, Яңауыл, Благовар райондарында ҡалдыҡтарҙы айырыу комплекстары проектлана.
Быйыл беренсе тапҡыр эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыу өсөн реконструкция эштәренә 4,2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ошо маҡсатта республика ҡала һәм райондарында 29 һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөләсәк һәм ремонтланасаҡ.
Республика йәшелләндереү һәм ағастар ултыртыу буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбенә сыҡты. Киләһе алты йылда 380 миллион ағас үҫентеһе әҙерләнәсәк һәм янғындарҙы киҫәтеү саралары яҡшырасаҡ. Янғындарҙы һүндереү техникаһы һатып алыу өсөн 2024 йылға тиклем ике миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған.

Эшле, тимәк, яҡлаулы

Милли проекттар хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, административ кәртәләрҙе юҡ итеү, яңы һөнәрҙәр өйрәтеү, эш урындары булдырыу йәһәтенән сығымдарҙы 1,2 миллиард һумға еткерергә теләй. Ошо маҡсатта идарасы кадрҙарҙы яңынан уҡытыу, етештереүҙе заманса үҙгәртеп ҡороу, эш урындарын хәүефһеҙ ойоштороу күҙ уңында тотола.
Ә бына кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн 4,8 миллиард һум аҡса бүленгән. Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр хәҙерге 19 миллиондан 2024 йылға тиклем 25 миллионға етергә тейеш.
Башҡортостан был йәһәттән өлгө күрһәтә. Яңыраҡ эшҡыуарҙар өсөн “Минең бизнес” үҙәге асылды, бында төрлө йүнәлештәге ярҙам һәм кәңәштәр алырға мөмкин. Хәҙер бында өйрәнергә һәм ярҙам алырға барлыҡ республиканан киләләр. Ундай уҡ үҙәк оҙаҡламай Нефтекама ҡалаһында асыласаҡ.
Етештереүҙе үҫтереү, продукцияны халыҡ-ара кооперация ярҙамында сит илдәргә оҙатырға мөмкинлек бирәсәк. Ошо маҡсатта 4,93 миллиард һум аҡса ҡаралған.
Фәнде үҫтереүгә бүленгән 4 миллиард һум сығымдар хаҡында айырым һөйләргә мөмкин. Хәҙер тәүәккәл йәштәр, ижади эҙләнеүҙәр, бәйләнештәрҙе үҫтереү заманы килде. Республика фәнни-мәғариф үҙәк төҙөүгә конкурста ҡатнаша. Әгәр ул тормошҡа ашһа, беҙҙә комплекслы фәнни-техник проекттар төҙөргә, ғилми һәм юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итергә мөмкин буласаҡ.
Хәҙерге тормошто һанлы иҡтисадһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. 2024 йылға тиклем киң һыҙатлы интернетҡа 1200 мәктәп, колледж һәм лицей, 2060 ФАП, 280 хакимиәт биләмәһе тоташтырыласаҡ.

***

Республика үҙенең алдына юғары, ләкин үтәлерлек бурыстар ҡуя. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә, төбәктең потенциалы юғары, милли проекттарҙа билдәләнгән бурыстарҙы сифатлы һәм үҙ ваҡытында тормошҡа ашырыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Бүленгән сығымдар йәмәғәтселек контролендә, маҡсатлы, әрәм-шәрәм ителмәй тотонолорға тейеш. Республика үҙ тархында бындай күләмдәге ярҙамды беренсе тапҡыр ала. Уның һәр һумы халыҡтың тормошон яҡшыртыу, йәшәү кимәлен күтәреү маҡсатында тотонолорға тейеш.
Читайте нас: