Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2019, 11:02

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” Ағиҙел ҡалаһына килде. Ултырышты Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин алып барҙы.

Башҡортостан етәкселеге эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы ултырыштарҙың береһенең Ағиҙел ҡалаһында үтеүе һис тә осраҡлы түгел. АЭС төҙөлөшө туҡтатылғандан һуң, ҡалала эшһеҙлек республикала иң юғарыларҙың береһе. Шуның һөҙөмтәһендә, башҡа социаль проблемалар ҙа киҫкен тора.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”н урында үткәрҙе һәм байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәште. Дөрөҫ, ҡалала эшҡыуарлыҡ шаҡтай үҫешкән, ләкин ул көнүҙәк талаптарға яуап бирмәй.
Ултырышта ҡалала бизнесҡа ярҙам итеү, кәңәштәр биреү өсөн эшлекле штаб булдырылды, киләсәккә пландар билдәләнде. Штаб айына ике тапҡыр йыйыласаҡ һәм үтәлгән эштәрҙе барлаясаҡ.
Милли проекттарҙы (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) тормошҡа ашырыу Ағиҙелде иҡтисади яҡтан үҫешкән ҡалалар исемлегенә индерергә булышлыҡ итәсәк. “Башҡортостан төҙөлөш материалдары” индустриаль паркының мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланыу ҙа, Ағиҙел – Нефтекама тимер юлын эшкә индереү ҙә, күптән планда булған йөк тейәү портын төҙөү ҙә ошо төбәктең ихтыяждарына яуап бирә.

Фото: rbtoday.ru
Читайте нас: