Хәҙер депутат, элекке баш санитар табип Геннадий Онищенко өлкән йәштәгеләргә самалап ҡына (впроголодь) туҡланырға кәңәш итә. Был мәғәнәһеҙ тәҡдимгә ғәжәпләнергә түгел. Сөнки ай һайын 400-500 мең һум эш хаҡы алған депутаттың йылына 120 мең һум самаһы пенсия алған ҡарт-ҡороноң аҙыҡ-түлек балансын белмәүе лә бик ихтимал.
Депутат туҙға яҙмаған тәҡдимдән тыш физкультура менән шөғөлләнергә лә кәңәш бирә. Американдар, шайтан алғыры, шуның менән алдыра икән дә баһа. Беҙҙең ҡарт-ҡоро ҡулланған аҙыҡ-түлекте капиталистарға ашатып ҡарарға ине. Күпмегә тартырҙар, нисә йыл йәшәрҙәр ине икән? Ә бит, Онищенкоға ышанһаң, беҙҙең халыҡтан да оҙағыраҡ һәм күңелле йәшәгәндәр булмаҫ ине.
Был тәҡдим халыҡҡа оҡшаманы. Хатта депутатты эш хаҡынан мәхрүм итергә
тигән тәҡдимдәр ҙә ишетелә. Был фекергә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Ә һеҙ нисек