Яңыраҡ Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге фәһемле генә мәғлүмәттәр иғлан итте. Уға ярашлы, Рәсәй сәйәсмәндәренең ҡайһыһына ышанырға мөмкин, тигән һорауға халыҡтың 31,7 проценты Президент Владимир Путинға (#ВладимирПутин) мөһим дәүләт мәсьәләләрен хәл иткәндә таянырға мөмкин, тип яуап биргән. Шул уҡ ваҡытта, халыҡтың өстән ике өлөшө, йәки 65,7 проценты ғәмәлдәге Президенттың эшмәкәрлеген хуплай.
Ошо айҡанлы, Үҙәк етәксеһе Валерий Фёдоров үҙенең сығышында: “Халыҡ яҡшыраҡ тормошҡа өмөт итә. Улар һуңғы биш йылда эш хаҡы, пособиелар һәм пенсияларҙың аҡрын үҫеүе айҡанлы борсола”, – тип билдәләне.
Рәсәйҙәрҙең күпселеге эш хаҡы иҫәбенә йәшәй, уларҙың башҡа килеме юҡ, шуға күрә аҡсаның артмауы уларҙы һағайырға, хатта аптыранырға мәжбүр итә. Санкциялар дауам итһә лә, сәнәғәт аҙмы-күпме үҫеш менән эшләй, халыҡ иҡтисади хәлде ентекле күҙәтә һәм үҙен яҡшыраҡ тормошҡа лайыҡ, тип иҫәпләй. Бында, әлбиттә, булған проблемаларға пенсия реформаһының килеп ҡушылыуы ла халыҡтың кәйефен күтәреүгә булышлыҡ итмәне.
Хәҙер халыҡ үҙгәрҙе, гражданлыҡ йәмғиәтен төҙөү йәһәтенән властың тырышлыҡтары үҙ емештәрен бирә. Кешеләр үҙҙәренең фекерҙәрен үҙ ваҡытында белдереп килә. Шул уҡ ваҡытта, дөйөм алғанда, кешеләр араһында ҡаршылыҡ күрһәтеү кәйефе һис тә юғары түгел. Бының сәбәбе билдәле, күпселек ике меңенсе йылдарға тиклемге аҡсаһыҙлыҡ, билдәһеҙлек, олигархтарҙың талауы, илдең тарҡалыуы осорон онотмаған һәм хәҙерге тормошто күпкә яҡшы тип иҫәпләй. Ә инде быныһы һис тә насар түгел.