Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май 2019, 11:21

Балаларҙы дауалау шарттары яҡшырасаҡ. Был үҙгәрештәрҙе ата-әсәләр күптән көтә.

“Һаулыҡ һаҡлау”, “Демография” милли проекттарын (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан;) тормошҡа ашырыу сиктәрендә балалар өсөн тәғәйенләнгән поликлиникаларҙың матди-техник базаһын нығытыу, юғары кимәлдәге белгестәр менән тәьмин итеү өсөн бик ҙур сығымдар ҡаралған. Әлеге ваҡытта республикала 14 йәшкә тиклемге балаларҙың күбәйеүе, ләкин дауаханаларҙың балаларҙы ҡабул итеүгә әҙер түгеллеге күренә.

Балаларҙың һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән медицина ярҙамын яҡшыртыу, квалификациялы белгестәр әҙерләү, өр-яңы заманса йыһаздар – һис шикһеҙ, ыңғай һөҙөмтәләр бирергә тейеш. Балалар поликлиникаларының эшен яңы талаптарға ярашлы ойоштороу һаулыҡ һаҡлау, профилактика сараларын көсәйтеү файҙа бирәсәк.
Шулай ҙа республикала балалар поликлиникалары етешмәй, булғандарының күбеһе торлаҡ йоттарҙың беренсе ҡатында уңайһыҙ шарттарҙа урынлашҡан, дауалау кимәле түбән.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында заманса поликлиникалар төҙөү балаларҙың һау-сәләмәт үҫеүенә булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: