Һуңғы йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында мәғрифәтте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Был йәһәттән “Мәғариф” милли проектын (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) тормошҡа ашырыуға ҙур сығымдар бүленгән. Проекттың төп талабы – уҡыу йорттарының матди-техник базаһы заманса яңыртылырға, бер сменалы уҡытыуға күсеү өсөн яңы мәктәптәр төҙөлөргә, ауыл һәм ҡала балалары ла бер үк шарттарҙа белем алырға тейеш.
РФ Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин): “Бер үк шарттарҙа белем алыу мөмкинлеге Рәсәйҙең артабанғы үҫеше өсөн файҙаланылырға һәм социаль ғәҙеллекте тәьмин итергә бурыслы”, – тип билдәләне. Хәҙер уҡыусыларға белем алыу өсөн мәғариф учреждениеһын һайлау мөмкинлеге лә бар. Башҡаса мөмкин түгел, хәҙерге оптималләштереү шарттарында, ул беҙгә оҡшаймы, оҡшамаймы, мөһим түгел, мәктәптәр уҡыусыларға уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән һәр уҡыусы, айырыуса, үтә һәләтлеләр өсөн көрәшә белергә лә тейеш.
“Мәғариф” милли проекты туған телдәрҙе уҡытыуҙы ойоштороу йәһәтенән дә ҙур этәргес булмаҡсы. Мәҫәлән, Башҡортостанда ҡалаларҙа һәм райондарҙа мәктәптәр базаһында лингвистик үҙәктәр төҙөүгә өмөт ҙур. Шулай уҡ уҡытыусыларҙың социаль хәлен яҡшыртыуға ла иғтибар бүленәсәк.