БР Фәндәр академияһы һәм академияның йәш ғалимдар советы “Демографик доклад”тың исем туйын үткәрҙе. Хәҙерге социаль-иҡтисади шарттарҙа ғалимдарҙың демография мәсьәләләрен өйрәнеүгә һәм хәл итеүгә тотоноуы ҙур иғтибарға лайыҡ. “Демография” милли проектын (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) тормошҡа ашырыуҙы үҙ өҫтөнә алған Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бындай ғилми тикшеренеүҙәргә иғтибар итһә, бик тә файҙалы булыр ине.
Ғалимдар республикала йәшәүсе халыҡтарҙың иҫәбе, йәшәү урындары, тәбиғи һәм мәжбүри күсенеүҙәре, ауыл һәм райондарҙа демографик үҙгәрештәр, төбәктә демографик сәйәсәт, ғаилә сәйәсәте һәм хәл ителеше һымаҡ етди темаларҙы асҡан.
Беҙҙең өсөн яҡын булған ауылдар һәм район үҙәктәре мәсьәләһен генә алайыҡ. Хәҙер ауылдарҙа халыҡ кәмей, ә бына район үҙәктәрендә, киреһенсә, торлаҡ йорттар төҙөү өсөн урын етмәй. Ауылдарҙа эш урындары юҡ, йәшәү шарттары түбән, етмәһә, балаларҙы уҡытыу өсөн мәктәптәр, ФАП-тар ябыла, кеше йәшәмәгән йорттар күбәйә. Шул сәбәпле ғаиләләр район үҙәктәренә күсенеп, төпләнеүгә өҫтөнлөк бирә. Хәҙер ҡайһы бер төбәктәрҙә теркәлгән халыҡтың яртыһынан күбе район үҙәктәрендә йәшәй.
Демографик докладты тикшергәндә ғалимдар “Демография” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу, төбәктәге байтаҡ проблемаларҙы хәл итергә йүнәлтелгән, тип таныны.