Республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән “Сәләмәтлек сәғәте”ндә Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин: “Табиптар быйыл квалификациялы һәм үҙ ваҡытында ярҙам күрһәтеү һөҙөмтәһендә, 600-ләп кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалды”, – тип сығыш яһаны.
Радий Хәбиров: “Ыңғай һөҙөмтәләр төҫмөрләнә. Авто-аварияларҙа һәләк булыусылар, дауаханаларҙа төрлө сирҙәргә бәйле үлем осраҡтары аҙыраҡ теркәлгән”, – тип билдәләне.
Максим Забелин: “Беҙ дөрөҫ йүнәлеш таптыҡ, табиптарҙың пациенттарға ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрҙе, был йәһәттән эштәр артабан да яҡшырасаҡ. Дауаханаларҙың баш табиптары юғары эш хаҡтарының сифатлы эш һөҙөмтәһендә икәнлеген аңлай”, – тине.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Демография” дәүләт
проекттарын (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) тормошҡа ашырыуға ҙур сығымдар бүленгән. Бындай
мөмкинлек һәр ваҡыт булмай, шуға күрә яңы дауаханалар төҙөү, юғары
квалификациялы табиптар һәм заманса йыһаздар менән тәьмин итеү эштәрҙе тағы ла