“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан;) тормошҡа ашырыу дауаханаларҙың матди-техник базаһын яңыртыу, юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә өйрәтеү һымаҡ ҙур эштәрҙе үҙ эсенә ала.
Иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе – Европа илдәре менән сағыштырғанда, Рәсәйҙә йәшәү кимәле түбән һәм, шуның һөҙөмтәһендә, ғүмер оҙонлоғо юғары түгел. Әгәр “Һаулыҡ һаҡлау” проекты уңышлы тормошҡа ашырылһа, 2030 йылға тиклем Рәсәйҙә кешеләр уртаса 78 йәшкә тиклем ғүмер кисерәсәк.
Ил етәкселеген яңы тыуған сабыйҙар үлеменең сағыштырмаса юғары булыуы ла борсой. Милли проект үлем осраҡтарын, мең сабыйға иҫәпләгәндә, 4,7-гә тиклем кәметеүҙе күҙ уңында тота.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә иң күп үлем осраҡтары йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш сирҙәре менән ауырыусылар араһында теркәлгән. Шуның өсөн милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда кардиология үҙәге базаһында яңы хирургия бүлеге төҙөләсәк, заманса медицина йыһаздары һатып алынасаҡ. Шулай уҡ яман шеш менән сирләүселәрҙе дауалау өсөн республиканың ҙур дауаханаларында 13 бүлек ойоштороу, яңы ҡорамалдар һатып алыу, тейешле дарыуҙар менән тәьмин итеү ҡаралған.