Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2019, 10:56

Ҡарттарын хәстәрләгән илдә йәшәүселәр бәхетле. Яҡын йылдарҙа 100-гә яҡын пансионат төҙөләсәк.

Берәүгә лә сер түгел, ҡарттар өсөн йорттарҙың һәм интернаттарҙың матди-техник базаһы насар, йәшәү шарттары түбән кимәлдә, етмәһә, мохтаждар йылдар буйы сират көтөргә мәжбүр. Барлыҡ етешһеҙлектәрҙе “Демография” милли проекты (#нацпроекты) хәл итергә һәм өлкән йәштәгеләрҙе бәхетле ҡартлыҡ менән тәьмин итергә бурыслы.

Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев “Демография” милли проектын тормошҡа
ашырыуға арналған кәңәшмәлә өлкәндәр өсөн йорттарҙың һәм интернаттарҙың хәҙерге
торошон яҡшыртыу – беҙҙең төп бурысыбыҙ, тип билдәләне. Заманса пансионаттарҙа
һәр пациент үҙенә оҡшаған эш табырға, йәмғиәткә кәрәкле булыуын аңларға, үҙен
ҡәнәғәт тойорға тейеш. Үҙен ҡарай алмағандар айырым тәрбиәгә мохтаж. Яҡын
йылдарҙа Рәсәйҙә ҡарттар өсөн 100 пансионат файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған,
милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 100 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Читайте нас: