РФ Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) эшҡыуарлыҡты яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты һәм эшлекле һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Бизнес-обмудсмен Борис Титов дәүләт башлығын Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡты үҫтереү шарттары, бизнесҡа аяҡ салған етешһеҙлектәр хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә кире баҫым кәмегән, тикшереүҙәр әҙерәк үткәрелә, ләкин күҙәтеүсе органдар тарафынан һалынған штраф күләме артҡан.
Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт тарафынан бизнесты үҫтереүгә бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырыласаҡ, тип белдерҙе. Ул эшҡыуарлыҡты мәғәнәһеҙ һәм урынһыҙ тикшереүҙәргә сик ҡуйылырға тейеш, тип билдәләне.