Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2019, 11:01

Һуңғы егерме йылда айырылышыусылар һаны беҙҙә ике тапҡырға артҡан. Был нимә, ғаиләләр бөтөнләй юҡҡа сығамы инде?

Үткән быуаттың 90-сы йылдарын һағыныусылар файҙаһына бер һан: ул осор һәр теркәлгән 1000 никахтың өс йөҙө самаһы айырылышыу менән тамамланған. Был һандар йәмғиәттә ифрат борсолоулы кисерештәр уятҡан.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарын һағыныусылар файҙаһына бер һан: ул осор һәр теркәлгән 1000 никахтың өс йөҙө самаһы айырылышыу менән тамамланған. Был һандар йәмғиәттә ифрат борсолоулы кисерештәр уятҡан.
Ә хәҙер хәлдәр нисек һуң? Һис тә яҡшынан түгел. Былтыр 1000 никахтың 606-һы ғаиләнең тарҡалыуы менән тамамланған. Айырылышыусы ғаиләләрҙең яртыһынан күбе балалар үҫтергән булған.
Бындай осраҡта “Демография” милли проекты (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) ғаиләләргә нисек ярҙам итергә тейеш? Дәүләт органдарын был мәсәьлә күптән борсой. Тыуымды дәртләндереү, торлаҡ төҙөүҙә ярҙам итеү, беренсе балаға өҫтәмә түләү, әсәлек капиталы биреү – Хөкүмәт тарафынан күрелгән ыңғай эштәрҙең бер өлөшө генә.
Тағы ла бер борсоулы күренеш. Йылдан-йыл никахһыҙ тыуған балалар һаны арта бара. Былтыр, мәҫәлән, Башҡортостанда һәр алтынсы бала никахтан тыш тыуған. Һәр бала үҙ бәхете менән тыуа, тип раҫлаһаҡ та, был мәсьәлә лә йәмғиәтте борсомай ҡалмай.
Фото: volyn24.com
Читайте нас: