“Өфө” футбол клубы премьер-лигала ҡалыу өсөн көрәшкәндә, республика етәкселеге киләсәк тураһында уйлай. Башҡортостан етәксеһе Хакимиәтендә үткәрелгән “Төҙөлөш сәғәте”ндә яңы футбол аренаһын ҡайҙа төҙөү һәм нисек төҙөү мәсьәләһе ҡаралды.
БР Футбол федерацияһы 20 мең кеше һыйышлы аренаны ябыҡ ҡыйыҡлы итеп төҙөүҙәрен теләй. “Был осраҡта спорт объекты шаҡтай ҡиммәткә төшәсәк, – ти Радий Хәбиров. – Ә халыҡ нисек уйлай һуң?”.
Өфө ҡалаһында футбол аренаһы төҙөрлөк ер майҙандары бар икән әле. Әлегә Затон күперенән һуң һәм “Мега” сауҙа комплексы эргәһендәге майҙандар тәҡдим ителә. Был осраҡта ла, Радий Хәбиров фекеренсә, кешеләр үҙ теләген еткерергә тейеш.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.