Үткән аҙнала Халыҡ-ара валюта фонды Рәсәй иҡтисадының үҫешен 2019 йылда 1,5 процент кимәлендә фаразлағайны. Нефть һәм газ ҡулланыуҙың үҫеүе һәм хаҡтарҙың артыуы ла быға булышлыҡ итә.
РФ Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин, шул уҡ ваҡытта, Дмитрий Медведев етәкселек иткән Хөкүмәттең иң либерал һәм аяуһыҙ тәнҡитсеһе, илдә иҡтисади үҫеш өсөн бөтә шарттар ҙа бар, ләкин ул бер проценттан артмаясаҡ, тип таныны. Былтырғы һөҙөмтәләрҙе, мәҫәлән, Кудрин “торғонлоҡ соҡоро” тип баһаланы.
Шул уҡ ваҡытта, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы быйыл иҡтисади үҫеш 1,3 процент самаһы буласаҡ, тип ышандыра.
Әлбиттә, энергия сығанаҡтарына хаҡтар ныҡлы төшмәһә, сит илдәр санкциялар менән йонсотмаһа, Рәсәй иҡтисады күпкә йылдамыраҡ үҫер ине. Аналитиктар илдең иҡтисади үҫеше өсөн бөтә шарттар ҙа бар, тип билдәләй. Былтыр иғлан ителгән шаҡтай тәүәккәл дәүләт проекттары ла, уларҙы тәьмин итеү өсөн бүленгән аҡса-финанс сығанаҡтары ла, сығымдарға ҡарағанда, килем өлөшөнөң ҙурыраҡ булыуы ла – ошо фаразды раҫлай. Тимәк, Хөкүмәткә күберәк төҙөргә, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртырға, күберәк инвестициялар йәлеп итергә, иҡтисадты структур үҙгәртеп ҡороуҙарҙы эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға, ә ябай кешеләргә ыңғай үҙгәрештәрҙең емештәрен көтөргә генә ҡала.