Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2019, 10:18

Башҡортостандың V Гражданлыҡ форумы асылды. Республика ижади эшләүсе ойошмаларға мохтажлыҡ кисерә.

#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан. Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың 100 йыллығына, БР Йәмәғәт палатаһының 10 йыллығына арналған V Гражданлыҡ форумы эшен башланы. Уның эшендә 800-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.

#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.
Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың 100 йыллығына, БР Йәмәғәт палатаһының 10 йыллығына арналған V Гражданлыҡ форумы эшен башланы. Уның эшендә 800-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.
Сарның төп маҡсаты – гражданлыҡ йәмғиәте институттарының дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары менән һөҙөмтәле эшмәкәрлеген тәьмин итеү. Хәҙерге заманда дәүләт, йәмәғәтселек һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар нисек хеҙмәттәшлек итергә тейеш? Тиҙ үҙгәреүсән заманда мәғлүмәт сараларының роле. Йәмәғәт контроле һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың мөнәсәбәттәрен нисек ҡорорға? Был һорауға яуапты форумдың 13 майҙанында эҙләнеләр. Форумда ҡатнашыусылар властың, йәмәғәтселектең, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың, мәғлүмәт сараларының үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүенең отошло юлдарын эҙләй.
Башҡортостанда һуңғы осорҙа власть үҙгәреүгә һәм йәшәреүгә бәйле ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Яңы етәкселек өр-яңы тәҡдимдәр менән сығыш яһай, гражданлыҡ йәмғиәтен, коммерцияға ҡараман ойошмаларҙы үҫтерергә теләй. Бындай шарттарҙа, әлбиттә, ҡайһы бер эшләп еткерелмәгән, йәки үҫешкә ҡамасаулаған сәбәптәрҙең дә булыуы бик ихтимал. Форум республикалағы ыңғай үҙгәрештәрҙең нығыныуын тәьмин итеү өсөн йәмғиәткә файҙа килтерерлек инициативалы, ижади эшләүсе ойошмаларға мохтажлығын билдәләне.

Фото: glavarb.ru
Читайте нас: