#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тағы ла бер көтөлмәгән аҙым яһаны. Уның тәҡдиме менән 1 июлдән ҡала һәм район хакимиәттәрендә һәр башлыҡттың эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса яңы урынбаҫары эш башлаясаҡ.
Берәүгә лә сер түгел, урындарҙа хакимиәт һәм эшҡыуарҙар араһында төрлө кимәлдәге бәхәстәр, мөнәсәбәт асыҡлауҙар даими осрап тора һәм уртаҡ эшкә зыян килтерә. Хәҙер үҙ-ара эшмәкәрлек өр-яңы юҫыҡҡа күтәрелә һәм элекке аңлашылмаусанлыҡ мәңгелеккә артта ҡалыр, тип фараз ителә.
Республикала кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар, урынлы-урынһыҙ тикшереүҙәрҙе кәметеү, чиновниктарҙан ҡурсалау, кәртәләрҙе бөтөрөү өсөн бөтәһе лә эшләнә. Радий Хәбиров билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡты үҫтереү бер нисә йылдан һуң республиканы иң ылыҡтырғыс төбәктәрҙең береһенә әйләндерәсәк. Ҡалаларҙа һәм райондарҙа эшҡыуарлыҡ проблемаларын аңлаған, урындағы бизнесмендарға ярҙам итерлек урынбаҫарҙарҙы яңы вазифаға тәғәйенләргә кәрәк.