Үткән аҙнала РФ Президенты В.В. Путин (#ВладимирПутин) Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының сираттағы съезында ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
“Милли проекттар (#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан) ябай кешеләрҙең йәшәү шарттарын күтәреүгә йүнәлтелгән, – тип билдәләне Владимир Путин.
– Беҙҙе алда ҙур эштәр көтә. Милли проекттар
илебеҙҙең иҡтисади үҫешен күтәреүгә йүнәлтелгән. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт,
демография өлкәһендә хәл итәһе проблемалар күп. 2019-2021 йылдарҙа 12 милли
проектты ғәмәлгә ашырыуға 5,7 триллион һум аҡса бүленәсәк. Ләкин ил ҡаҙнаһынан
аҡса бүлеү бер эш, ябай халыҡ тормоштоң яҡшырыуын үҙ күҙҙәре менән күрергә