#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Урал аръяғы төбәгенең иҡтисади, демографик проблемалары бик күп. Уларҙы бары тик сәнәғәтте үҫтереү ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, был яҡтағы урмандың, ҡиммәтле таштарҙың ҡырағайҙарса таланыуы, ауыл хужалығының артта ҡалыуы төбәккә етеҙ үҫешергә ҡамасаулай.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында, “Урал аръяғы инвестиция һабантуйы-2019” үткәрергә тәҡдим итте. Әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре бик йылдам бара. Рәсәй төбәктәренән, хатта сит илдәрҙән ҡатнашырға теләк белдереүселәр ҙә бар. Һабантуйҙың тәүге өлөшө Сибайҙа барасаҡ, аҙаҡ инвесторҙар Әбйәлил районына күсәсәк.
Урал аръяғы бөгөн эшҡыуарлыҡтың үҫешенә, өр-яңы предприятиеларға һәм яңы эш урындарына мохтаж. Республика етәкселеге ошо яҡҡа өҫтөнлөк биргән инвесторҙарға бөтә шарттарҙы ла булдырырға әҙер.