#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин.
Халыҡ-ара валюта фонды эксперттарынан Рәсәйгә ҡарата йылы һүҙҙәр ишетеү бик һирәк күренеш. Шулай ҙа улар РФ иҡтисадының, ҡаты санкцияларға дусар ителеүенә ҡарамаҫтан, тотороҡло үҫеш динамикаһын билдәләй. Быйыл, мәҫәлән, Рәсәйҙә сәнәғәт үҫеше 1,5-1,8 процент кимәлендә буласаҡ, тип фаразлай. Ҡаҙнаның да, элекке йылдарҙан айырмалы, нефть һәм газ һатыу иҫәбенә түгел, сәнәғәғәттең эшмәкәрлеге ярҙамында тулыланыуы билдәләнә.
Аналитиктарҙың күҙ уңынан Рәсәй иҡтисадына милли проекттарҙың тормошҡа
ашырылыуының ыңғай тәьҫире лә ситтә тороп ҡалмаған. Әгәр проекттар уңышлы
тормошҡа ашырылһа, төҙөлөш, сәнәғәт тармағы үҫешәсәк, демография күрһәткестәре,
һаулыҡ һаҡлау, мәғариф яҡшырасаҡ.