Калининград ҡалаһында үткән фестивалдә ун биш илдән 763 автор ҡатнашты. “Проза буйынса” Беренсе премияны һәм беренсе дәрәжә дипломды яҡташыбыҙ Камил Йыһаншин яулап алды. Сәсмә әҫәрҙәр араһында конкурста ике йөҙҙән ашыу автор үҙ эшен тәҡдим иткән. Жюри күпселек тауыш менән еңеүҙе Камил Йыһаншинға биргән.
Камил Фәрухша улы Рәсәйҙә киң билдәле яҙыусыларҙың береһе. Уның китаптары Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә, Рәсәй нәшриәттәрендә даими сығып килә. Егәрле яҙыусы ижад менән генә шөғөлләнмәй, йәмәғәтселек эше менән дә шөғөлләнә, сит илдәргә сәйәхәттәргә лә сыға. Ул “Рәсәй география йәмғиәте”нең Башҡортостандағы идаралығының тәүге рәйсе, ул күптән түгел был вазифаһын ҡалдырҙы, коллегалары уны Йәмғиәттең почетлы рәйесе итеп һайланы.