Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2019, 08:00

Ағиҙел ярын төҙөкләндереү дауам итә. Хәҙер һеҙ уны танымаясаҡһығыҙ.

#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.Салауат һәйкәленән Ағиҙел урамына тиклем яр буйын төҙөкләндереү эштәре2014 йылдан бирле бара. Быйыл гидротехник ҡоролмаларҙың дүрт өлөшө, шул иҫәптән“Дуҫлыҡ” монументы эргәһендәге яр буйы, файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Төҙөлөшэштәре менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм башҡаяуаплы етәкселәр танышты.

#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.
Салауат һәйкәленән Ағиҙел урамына тиклем яр буйын төҙөкләндереү эштәре 2014 йылдан бирле бара. Быйыл гидротехник ҡоролмаларҙың дүрт өлөшө, шул иҫәптән “Дуҫлыҡ” монументы эргәһендәге яр буйы, файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Төҙөлөш эштәре менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров һәм башҡа яуаплы етәкселәр танышты.
Өфөләрҙе һәм ҡаланың ҡунаҡтарын бында нимә көтә һуң? Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге тау итәгендә 1260 урынға иҫәпләнгән амфитеатр һәм концерт сәхнәһе оҙаҡламай тамашасыларҙы ҡабул итәсәк. Зауыҡ менән эшләнгән ял итеү урындары, йылғаға, Салауат һәйкәленә һоҡланғыс күренештәр асыла.
Радий Хәбиров төҙөүселәргә тамашасылар өсөн уңайлыҡтар булдырыу, сифат, хәүефһеҙлек, именлекте тәьмиү буйынса етди талаптар ҡуйҙы. Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Аэропорт күперенән Пугачев урамына тиклем һәм Ташкисеү йүнәлешендә юлдарҙы ремонтлау һәм киңәйтеү, Софья Перовская урамы менән тоташтырыу мәсьәләләрен күтәрҙе.
Юлдар, күперҙәр йәһәтенән ҡыуаныслы хәбәрҙәр байтаҡ. Ниһайәт, 12 июндә
Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған күпергә нигеҙ һалынасаҡ, ул ике йыл ярым
эсендә сафҡа инәсәк.
Читайте нас: