Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2019, 08:00

Рәсәй Президенты элекке губернаторҙар менән осрашты. Уларҙың тәжрибәһенә ихтыяж бар әле.

Былтырлы-быйыллы Кремлдең эшмәкәрлегендә яңы йүнәлеш барлыҡҡа килде. Вазифаһын ҡалдырған өлкә башлыҡтары, эшенән киткәс тә онотолоуға дусар ителмәй. РФ Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) отставкаға киткән губернаторҙарҙы йыйып, улар менән кәңәшмә үткәрә.

– Иң тәүҙә һеҙгә хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Владимир Путин. – Һеҙ үҙегеҙҙең бай тәжрибәгеҙ менән яңы етәкселәргә тейешле ярҙам күрһәтә алыр инегеҙ. Улар идара итеү һәм халыҡтың ышанысын яулау өсөн бөгөн һеҙҙең теләктәшлеккә мохтаж.
Рәсәй өсөн отставкаға киткән башлыҡ менән яңыһы араһында бәхәстәр ят түгел. Шуға күрә Кремлдең етәкселәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен ыңғай йүнәлештә көйләүе хуплауға лайыҡ. Мәҫәлән, былтыр һәм быйыл вазифаһын ҡалдырған башлыҡтарҙың барыһы ла лайыҡлы эшкә урынлаштырылған.
Читайте нас: