Республика етәксеһе Радий Хәбировтың борсолоуы урынлы, ялған һәм зыянлы спиртлы эсемлектәр һатыуҙы күмәк көс менән генә еңергә мөмкин. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа контрафакт спирт эсемлектәренә ҡаршы көрәште ойоштороу саралары буйынса парламент тыңлауҙары үтте.
Хәлдәр һәм һандар һис тә беҙҙең файҙаға түгел. Былтыр, ағыуланып, 61 кеше үлгән. Был, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 12 ҡорбанға күберәк. Шул уҡ ваҡытта, былтыр Рәсәйҙә спиртлы эсемлектәр ҡулланып үлеүселәр һаны 18 процентҡа, беҙ мәңге ярышҡан Татарстанда 70 процентҡа кәмегән. Нибары ике төбәктә – Стәрлебаш һәм Илеш райондарында ағыуланып үлеүселәр теркәлмәгән.
Эскелеккә ҡаршы көрәштә тарҡаулыҡ күҙгә салына. Парламент тыңлауҙарында шундай хәл күҙәтелде: Республика Прокуратураһы бер һан килтерһә, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы икенсе һандар менән эш итә. Мәҫәлән, алкоголиктар һанын 38 мең менән сикләү күпселектә шик уятты. Ғәмәлдә ҡараһаң, даими эсеүселәр һаны күберәк. Бәлки иҫәпкә алыу методикаһын ҡайтанан ҡарарға кәрәктер?
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан.