Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2019, 11:04

Һуғыштан һуң батырҙар күбәйә. Ата-бабаларҙан ҡалған Еңеүҙе урлайҙар.

#ВладимирПутин Кисә көнбайыш илдәренең Икенсе донъя һуғышында Нормандияла икенсе фронт асыу айҡанлы 75 йыллыҡ тантаналарға әҙерләнеүҙәре һәм ошо байрамға Рәсәй Президенты Владимир Путинды (#ВладимирПутин) саҡырыуҙан баш тартыуҙары хаҡында яҙғайныҡ. Беҙҙең ата-бабаларҙан ҡалған Бөйөк Еңеүҙе тартып алыу дауам итә.

#ВладимирПутин
Кисә көнбайыш илдәренең Икенсе донъя һуғышында Нормандияла икенсе фронт асыу айҡанлы 75 йыллыҡ тантаналарға әҙерләнеүҙәре һәм ошо байрамға Рәсәй Президенты Владимир Путинды (#ВладимирПутин) саҡырыуҙан баш тартыуҙары хаҡында яҙғайныҡ. Беҙҙең ата-бабаларҙан ҡалған Бөйөк Еңеүҙе тартып алыу дауам итә.
АҠШ-та икенсе фронттың асылыуына 75 йыл тулыуға арнап тимер аҡсалар сүкегәндәр һәм әйләнешкә сығарғандар. Аҡсаның бер яғына АҠШ, Бөйөк Британия, Франция байраҡтары төшөрөлгән. Улар араһында СССР байрағына урын табылмаған. Тәңкәнең икенсе яғында шул АҠШ президенты Гарри Трумен, генерал Дуайт Эйзенхауер һәм союздаштарҙың самолеттары сүкелгән.
Сувенир сифатында 39 долларға һатылған тәңкәләрҙе етештереүселәр һоҡландырғыс патриотик бүләк, тип иғлан иткән.
Тарихты нисек кенә алдаштырырға һәм кире яҙырға тырышмаһындар, Бөйөк
Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланһын.
Читайте нас: