Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2019, 11:06

Игелекһеҙ Европа ҡартайҙы, хәтере насарланды. Улар онотһон, беҙ онотмайыҡ.

Оҙаҡламай, йәй урталарында, көнбайыш Европа илдәре Икенсе донъя һуғышында союзниктар тарафынан 2-се фронттың асылыуына 75 йыл тулыуҙы билдәләргә йыйына. Ҙур тантаналар көтөлә, байрам өсөн ҙур программа төҙөлгән, дәүләт башлыҡтары саҡырылған. Ҡунаҡтар араһында фашизмды еңеүгә иң ҙур өлөш индергән, тиҫтәләрсә миллион ҡорбан биргән элекке СССР-ҙың хәҙерге хоҡуҡи вариҫы – Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин (#ВладимирПутин) булмаясаҡ.

Эйе, игелекһеҙ Европа хәҙер беҙҙең Еңеүҙең баһаһын төшөрөргә, ә үҙенекен һиҙҙермәй генә күтәрергә ынтыла. Йәнәһе, һуғыш яҙмышы көнсығышта түгел, Нормандияла хәл ителгән. Шулай булғас, башҡаларҙың, йәғни, Рәсәйҙең быға мөнәсәбәте әҙ.
Байрам саралары Нормандия менән генә сикләнмәйәсәк, көҙөн Польшала Икенсе дөтөн донъя һуғышы башланыуҙың 80 йыллығын билдәләргә йыйыналар. Польшаның хәҙерге етәкселеге тиңдәше булмаған тантаналар әҙерләй, барлыҡ донъянан ҡунаҡтар саҡыра. Ҡунаҡтар араһында Рәсәй вәкилдәре булмаясаҡ. Польша үҙ ерен фашизмдан азат итеүҙә һәләк булған миллиондарса совет һалдаттары хаҡында оноторға һәм улар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе юҡҡа сығарырға тырыша.
Шулай итеп, тарихты яңынан яҙыу дауам итә. Еңеүгә мөнәсәбәте булмағандар, фашизм тырнағынан ҡотҡарылғандар үҙҙәрен еңеүсе сифатында күтәрә.
Улар онотһа, онотһон, тик беҙ онотмайыҡ!
Читайте нас: